Инновации в действии
СМИ: ЭЛ № ФС 77 - 64909
г. Москва
sandwich-btn

Поддержка

info@pedagogcentr.ru

Всего добавлено работ:

117938

Сайт обновляется ежедневно.
Обновлено 16.10.2026 года.

Nomination bg
ms-osen
ms-2
ms-5
8-marta
ms-2
ms-1
ms-3
Конкурсы

Всероссийские и международные конкурсы для детей (ДОУ и школа), воспитателей и учителей школ

Добавить работу →

Публикации

Публикуйте свои материалы, читайте наработки коллег, обменивайтесь опытом

Разместить публикацию →

Викторины

Викторины для дошкольников и младших школьников

Принять участие →

Олимпиады для детей

Блиц олимпиады для дошкольников и школьников. Диплом за 2 минуты.

Принять участие →

Олимпиады для педагогов

Олимпиады по ФГОС и ФОП для воспитателей ДОУ и педагогов школ

Принять участие →

Выбрать раздел

Разместить публикацию

Применение проблемного обучения на уроках башкирского языка и литературы

Дата публикации:

Автор:
Учитель, МКОУ СОШ д.Левали Республика Башкортостан, д.Левали Белокатайский район РБ

Цель: Поделиться опытом

Задачи: Поделиться опытом

“Белемгә алып барыусы берҙән-бер юл-ул эшмәкәрлек”

Б.Шоу

I.ПРЕЗЕНТАЦИЯ.

Бөгөнгө көндә уҡытыуҙа күп технологиялар ҡулланыла.Ләкин шулар араһынан тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙа уңышлыһы һәм отошлоһо тип проектлау һәм проблемалы уҡытыуҙы иҫәпләйем.Телде,әҙәбиәтте өйрәнеүгә бала ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килә.Әммә күпмелер ваҡыттан һуң уның был ынтылышы юғала бара,үҙаллылығы кәмей,телмәр үҫеше һүлпәнәйә.Бының сәбәптәре күп,ләкин уны хәл итеү-уҡытыусы алдында торған мөһим бурыс.Ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереүҙә,танып-белеүҙе активлаштырыуҙа проблемалы уҡытыу ярҙамға килә. Бөтә дәрестәрҙә лә проект эшләү мөмкинлеге юҡ,ә бына проблемалы ситуациялар булдырыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.Был эш системаһының төп идеяһы булып хеҙмәттәшлек идеяһы тора.Уҡытыусы уҡыусыларҙың ярҙамсыһы,белем алыуҙы ойоштороусы ,шулай уҡ проблеманы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ сығыш яһай.Ш.и.,проблемалы уҡытыуҙың маҡсаты булып ярҙам итеү тора(авторҙары Л.И.Лернер,М.И.Мәхмүтов,М.Н. Скаткин).

Мин 5-се кластарҙа күберәк ҡулланам.Проектлауға тотонғанса тәүҙә балаларҙы булған материалдар нигеҙендә эҙләнергә,тикшерергә ,анализларға өйрәтергә кәрәк,тип иҫәпләйем.Сөнки уҡыусылар йөкмәткене белеп һөйләргә мөмкин,ә ундағы бик күп тел күренештәрен,кәрәкле мәғлүмәттәрҙе күрмәй китә,әҫәрҙе анализлауға өйрәткәндә ҙур ҡыйынлыҡтар осрай.Иғтибарлы эҙләнгән уҡыусы таба,сағыштыра,кәрәкле һүҙҙәрҙе һайлап ,үҙ фекерен әйтә.

Проектлау технологияһы менән
проблемалы уҡытыуҙың уртаҡ яҡтары:

  • 1.Проблема ҡуйыла йәки билдәләнә.
  • 2.Төрлө гипотезалар бирелә,хәл итеү юлдары күрһәтелә.
  • 3.Эҙләнеү-тикшеренеү эштәре башҡарыла.
  • 4.Анализлана.
  • 5.Һөҙөмтәһе була-асыш яһай.

Төп уртаҡ яғы:

Үҫтереүсе уҡытыу.

Уҡыусыларҙың үҙаллылығын, фекерләү ҡеүәһен, ижади һәләттәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

II.Дәрестәр системаһы.

Әҙәбиәт уҡытыуҙа проблемалы уҡытыу нимәләр бирә?

  • Әҫәрҙе анализларға өйрәтә.
  • Тексты аңлы үҙләштерергә.
  • Һүҙлек байлығын арттыра.
  • Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтерә.
  • “Әҙәбиәт”һүҙе “әҙәп”тигәнде аңлата,тимәк тормош һабаҡтары бирә алырлыҡ итеп ойошторорға мөмкинлек аса.
  • Әҫәрҙе уҡымайынса алға китеш юҡ.
  • Текстан яңы текст төҙөлә.

темалар

Дәрес тибы,

проблема

Хәл итеү юлдары һәм формалары

А.Йәғәфәрова

“Яҡшылыҡ”әкиәте

Яңы тема

Ярҙамсыл булырға кәрәкме?

Нимә ул яҡшылыҡ тигән һорауға үҙ фекерҙәрен әйтеү,мәҡәлдәр менән ,тормош тәжрибәһенә таянып иҫбатлау,төркөмләп эшләү

Ф.Иҫәнғолов”Хәмит күпере”

Бнҡ дәресе

Донъяла исемеңде нисек ҡалдырырға?

Тексты анализлау,геройҙарға ҡылыҡһырламаны төп маҡсаттан сығып биреү,хәл итеү юлдарын күрһәтеү-ике төркөм:Хәмит яҡлылар,Вәлит яҡлылар.

БХИ.Әкиәттәр

Нисек батыр булырға?

Һөнәрһеҙ үлмәҫме?

Еңеү яулау өсөн нимә кәрәк?

Парлы,төркөмдәр һ.б.

“Аҡъял батыр”әкиәте буйынса.

Ни өсөн ул батыр?

-көслө булған

-иргәйелде еңгән

-көрәштәрҙә ал бирмәгән

-аждаһаны үлтергән.

Шуның өсөн генә ул батырмы?

Ниндәй әхлаҡи тәрбиә бирәбеҙ?

Батыр булыр өсөн ниндәй сифаттара эйә булырға тейеш?

  • 1. ҡыҙыҡһыныусан.
  • 2. кешеләр менән матур итеп һөйләшә-әҙәпле.
  • 3. дуҫлаша белә
  • 4. файҙалы эштәр башҡара
  • 5. ярҙамсыл,оҫта,һөнәрҙәргә эйә
  • 6. рәхмәт әйтә белә-рәхмәтле .
  • 7. ғәфү итә белә
  • 8. йомарт
  • 9. бөтә нәмәне лә хәл итә;
  • 10. тик яҡшылыҡ өсөн көрәшә.
  • 11.бер нәмәнән дә ҡурҡмай,ҡыйыу
  • 12.ҡурҡмай дөрөҫөн әйтергә тейеш.
  • Текстан---һығымта
  • Һығымтанан---тексҡа
  • 1.Етерлек кимәлдә мотивация тыуҙырырға.
  • 2.Көс етерлек йәки үтәй алырлыҡ эш алырға.
  • 3.Алған белемдең мөһимлеген билдәләргә

Рефлексия-кире бәйләнеш

Өйгә эш.“Ҡамыр батыр”әкиәтендәге герой был талаптарға яуап бирәме?Иҫбатлағыҙ.

Эште нисек ойошторорға?

III.Иммитацион дәрес.

ПРОБЛЕМАЛЫ ҺОРАУ ҠУЯ БЕЛӘҺЕҢМЕ?

1.Бөгөн беҙҙең ғаилә байрамға әҙерләнә.Атайым менән ағайым өҫтәлдәрҙе ултырта.Әсәйем, йәймә йәйеп,бишбармаҡ ҡырҡа.Ғәлимә апайым бауырһаҡ бешереп алды,ә өләсәй күпертеп буҙа килтереп ултыртты. Сәлимә һеңлем уйынсыҡтарҙы йыйҙы,ултырғыстарға биҙәкле түшәктәр һалды.Өйҙә шул тиклем күңелле!

2.Еңеү!Ҡояш балҡый бер битендә,

Бер битендә-моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама.

(М.Кәрим)

IV.Моделләштереү.Бирелгән темаға проблемалы ситуация тыуҙырырға,белем биреү маҡсатын билдәләгеҙ.

V.Рефлексия.Һеҙгә оҡшанымы?

Светофорға төҫ йәбештерегеҙ!

1.Ҡайындар,бөрөнө,донъя,мәсьәлә,тауыштар,район.

1.Ҡайындар,бөрөнө,донъя,мәсьәлә,тауыштар,район.

1.Ҡайындар,бөрөнө,донъя,мәсьәлә,тауыштар,район.

1.Ҡайындар,бөрөнө,донъя,мәсьәлә,тауыштар,район.

3.Төркөмләгеҙ.

Айыу,йылан ,малай,космонавт ,әсәй,бала,һыйыр,күбәләк,әтәс,йырсы.

3.Төркөмләгеҙ.

Айыу,йылан ,малай,космонавт ,әсәй,бала,һыйыр,күбәләк,әтәс,йырсы.

3.Төркөмләгеҙ.

Айыу,йылан ,малай,космонавт ,әсәй,бала,һыйыр,күбәләк,әтәс,йырсы.

Бөгөн беҙҙең ғаилә байрамға әҙерләнә.Атайым менән ағайым өҫтәлдәрҙе ултырта.Әсәйем, йәймә йәйеп,бишбармаҡ ҡырҡа.Ғәлимә апайым бауырһаҡ бешереп алды,ә өләсәй күпертеп буҙа килтереп ултыртты. Сәлимә һеңлем уйынсыҡтарҙы йыйҙы,ултырғыстарға биҙәкле түшәктәр һалды.Өйҙә шул тиклем күңелле!

Бөгөн беҙҙең ғаилә байрамға әҙерләнә.Атайым менән ағайым өҫтәлдәрҙе ултырта.Әсәйем, йәймә йәйеп,бишбармаҡ ҡырҡа.Ғәлимә апайым бауырһаҡ бешереп алды,ә өләсәй күпертеп буҙа килтереп ултыртты. Сәлимә һеңлем уйынсыҡтарҙы йыйҙы,ултырғыстарға биҙәкле түшәктәр һалды.Өйҙә шул тиклем күңелле!

Бөгөн беҙҙең ғаилә байрамға әҙерләнә.Атайым менән ағайым өҫтәлдәрҙе ултырта.Әсәйем, йәймә йәйеп,бишбармаҡ ҡырҡа.Ғәлимә апайым бауырһаҡ бешереп алды,ә өләсәй күпертеп буҙа килтереп ултыртты. Сәлимә һеңлем уйынсыҡтарҙы йыйҙы,ултырғыстарға биҙәкле түшәктәр һалды.Өйҙә шул тиклем күңелле!

Еңеү!Ҡояш балҡый бер битендә,

Бер битендә-моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама.

(М.Кәрим)

Еңеү!Ҡояш балҡый бер битендә,

Бер битендә-моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама.

(М.Кәрим)

Мы используем файлы cookie, чат для сайта Jivo (JivoSite) и сервисы аналитики (включая Яндекс.Метрику) для улучшения работы сайта.

Продолжая им пользоваться, вы соглашаетесь на обработку ваших куки‑файлов.

Наши новости:

Разместить свою публикацию