Инновации в действии
Свидетельство СМИ: ЭЛ № ФС 77 - 64909
г. Москва
sandwich-btn

Поддержка

info@pedagogcentr.ru

Всего добавлено работ:

96218

Сайт обновляется ежедневно.
Обновлено 20.04.2024 года.

Nomination bg
ms-1
ms-2
ms-3
Конкурсы

Всероссийские и международные конкурсы для детей (ДОУ и школа), воспитателей и учителей школ

Добавить работу

Публикации

Публикуйте свои материалы, читайте наработки коллег, обменивайтесь опытом

Разместить публикацию

Викторины

Викторины для дошкольников и младших школьников

Принять участие

Олимпиады для детей

Блиц олимпиады для дошкольников и школьников. Диплом за 2 минуты.

Принять участие

Олимпиады для педагогов

Олимпиады по ФГОС для воспитателей ДОУ и педагогов школ

Принять участие

Выбрать раздел

Сочинение

Дата публикации:

Автор:
Учитель башкирского языка и литературы, МКОУ СОШ д.Левали Белокатайский район РБ, д.Левали Белокатайский район РБ

Цель: Развитие речи

Задачи: Выявить журналистическую способность

Тыуған илем һәм туған телем

Әсәм теле миңә сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ:

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла халҡы юҡ

Рәми Ғарипов

Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ҡәҙерле ғәзиз әсә,тыуған тупраҡ, иң татлыһы – эскән һыу, иң йылыһы һәм иң күркәме – һине йылытҡан тыуған өй, тыуған тәбиғәт, иң наҙлыһы – туған тел.

“Тыуған ер”, - тип кеше ғорурлана, һоҡланып әйтә.Ысынлап та, был тылсымлы һүҙ һәр береһе менән бала сағынан уҡ тығыҙ бәйле.

Минең тыуған илем – Башҡортостан! Ул меңдәр саҡрымдарға һуҙылған. Был илгә тәбиғәт ниндәй генә матурлыҡтарҙы бүләк итмәгән: ҡуйы үләнле киң көтөүлектәр, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ултырған икһеҙ-сикһеҙ далалар, йәнлектәр, ҡоштар менән тулы ҡара урмандар, ғәжәп матур күлдәр, һоҡландырғыс тауҙарҙан түбәнгә шаулап атылып төшөүсе һәм таш ҡаялар араһынан үҙҙәренә юл һалыусы, май иртәһеләй, саф һыулы шарлауыҡтар.

Һәр кемгә тыуған яғы – иң яҡын төйәк. Кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуған ерен онотмай. Донъяла ниндәй генә гүзәл ил булмаһын, үҙ иленән дә яҡыны юҡ. Тыуған ил, туған тел төшөнсәләре бер береһе менән бик тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш тип уйлайым, сөнки Р.Ғарипов “Аманат” тигән ҡобайырында ошоноң тураһында бик тә оҫта әйтеп киткән:”Телең барҙа – илең бар, илең барҙа – иркең бар!”. Ысынлап та ошо һүҙҙәргә ҙур мәғәнә һалынған. Һәр бер кеше, һауалағы ҡош һымаҡ, ирекле булырға ынтыла, ләкин илһеҙ, туған телһеҙ уның тураһында уйламаһа ла була.

Башҡортостаныбыҙ башҡорт теле – дәүләт теле тип иғлан ителеүе менән барлыҡ республика мәктәптәрендә, ниндәй милләт булыуына ҡарамаҫтан, дәүләт теле булараҡ өйрәнелә, ә һәр бала үҙенең туған телен яратып уҡый. Хәҙерге көндә мәктәптәрҙә башҡорт телендә төрлө бәйгеләр

үткәрелә. Мәҫәлән, “Аҡмулла уҡыуҙары”, “Тимер Йосопов уҡыуҙары” , билдәле шағирҙарыбыҙға, яҙыусыларыбыҙға, Башҡортостаныбыҙға үҫтереү яғынын бик күп көс һалған шәхестәребеҙгә арналған фәһемле бәйгеләрҙә, “Һыумы, һаумы әкиәт!” кеүек бик күп ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам, призлы урындар яулайым, яңы дуҫ-иш табып, илһамланып ҡайтам.

Башҡорт телендә балалар өсөн дә, ололар өсөн дә бик күп гәзит-журналдар донъя күрә. Ошо баҫмаларҙа республикала халҡы үҙенең шатлыҡтары, проблемалары, ҡайғылары менән уртаҡлаша, ә бихисап телевизор тапшырыуҙары сафлыҡҡа, матурлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа ымһындыра, әйҙәй. Шуның өсөн, мин үҙем дә “Аманат”, “Шоңҡар”, “Киске Өфө”,”Йәшлек” кеүек туған телемдә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы, китаптарҙы яратып уҡыйым.Уларҙан мин фәһемле мәғлүмәттәр алам, республикалағы яңылыҡтар менән танышам.

Шулар менән бер рәттән илебеҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, бай тарихын тергеҙә бара. Мәҫәлән, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” , “Ҡаҙ өмәһе” кеүек боронғо башҡорт йолалары ауылдарҙа әүҙем үткәрелә.

Башҡорт теле – ата-бабаларҙан ҡалған иң ғәзиз бүләк, васыят. Үҙен бошҡортмон тип һанаған һәр бер кеше, һис сикһеҙ, туған телен белергә тейеш. Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип уйлайым, сөнки мин – башҡортмон, мәктәптә башҡорт телен өйрәнәм, дуҫтарым,яҡындарым менән саф башҡорт телендә аралашам. Башҡортостан тигән илдә йәшәгәс, башҡорт телен үҫтереү, өйрәтеү, минең өсөн иң мөһимдер тип уйлайым. Туған телебеҙҙә сыҡҡан телетапшырыуҙарҙы ҡарау, радиотапшырыуҙарҙы тыңлау ҙа күңелемә илаһи моң, дәрт өҫтәй. Әлбиттә, үҙ телен һанға һуҡмаусылар ҙа осрап ҡуя. Ҡайһы берәүҙәр урыҫ телендә һөйләшеүҙе хуп күрә, туған телдәрен бөтөнләй онотоусылар ҙа юҡ түгел. Балаларҙы туған телгә, милләткә һөйөү тәрбиәләү һәр ата-әсәнең изге бурысы икәнде онотмаһындар ине!!!

Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағиры Р.Бикбаев “Халҡыма хат” тигән поэмаһында бушҡа ғына бөтә кешелекте борсоған мөһим проблемаларҙы күтәреп сыҡмаған. Улар тел, ил яҙмышы, уның киләсәге. Шуны иҫбатлап поэманан өҙөк килтерәһем килә:

“Туғанынан яҙған – ярты йәтим,

Туған теленән яҙған – мең йәтим,

Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән

Улым, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!”

Киләсәктә илебеҙ сәскә атыр, яңы үрҙәргә үрләр, бай телле, мөһабәт ил булып, донъяға билдәле булыр тип ышанғым килә. Дуҫтар, минең өмөттәремде юҡҡа сығармағыҙ, әйҙәгеҙ бергәләп халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы булған башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләйек, үҫтерәйек һәм бөйөк башҡорт илен һаҡлап илеп ҡалайыҡ!

Балаҡатай районы Ләүәл урта мәктәбе

9 класс уҡыусыһы Әхәтов Азамат

Уҡытыусым Хизбуллина Миңлегөл Мөхәмәтйән ҡыҙы

2016 йыл

Наши новости:

Разместить свою публикацию